Йүрүҙән (йылға)
Википедия – ирекле энциклопедия
Йүрүҙән, Көнъяҡ Уралдағы йылға. Башланған урыны Ямантауҙың төнъяҡ итәге, Белорет районында.
Силәбе өлкәһе, Башҡортостандың Белорет, Салауат,Дыуан,Ҡариҙел райондары буйлап аға. Ҡариҙел йылғаһына һул яҡтан ҡушыла.
Оҙонлоғо 404 км.
Төп ҡушылдыҡтары: Ҡытау, Ҡотҡар, Көҫкәнде.
Йылға буйында Силәбе өлкәһедә Йүрүҙән, Ҡытау-Тамаҡ (урыҫса Усть-Катав) ҡалалары, Башҡортостанда Салауат район үҙәге Малаяҙ ауылы , Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.