Ниғмәтуллин Эльбрус
Википедия – ирекле энциклопедия
[үҙгәртергә] Ниғмәтуллин Эльбрус
Силәбе өлкәһе Арғаяш районына ҡараған Субар ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, Силәбе төҙөлөш училищеһында, индустрия техникумында уҡый. Аҙак Урал физик культура академияһын тамамлай. Силәбенең «Атлет» Спорт клубына йөрөй, пауэрлифтинг һәм армрестлинг менән шөғөлләнә башлай. 2000 йылда ул армрестлинг буйынса Рәсәй чемпионы исемен, ә 2001 йылда Силәбенең иң көслө кешеһе», “Урал титаны” - титулдарын яулай. Эльбрустың иң ҙур еңеүе Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй турнирында яулана. 18 баһадир араһында башкорт батыры еңеп сыға. Шулай ук Мәскәүҙә уткән “Толстяк” турнирында еңеп сыҡҡас, тамаша ҡылырга килгән Мәскәү башкорттары һәм татарҙары үҙен уратып ала. Баһадир кәүҙәле, ниңәлер Эльбрус атлы, әммә фамилияһы мосолмандыҡы булған батырҙың башҡорт икәнен белгәс, улар ифрат һөйөнә. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына барһа ла Эльбрус батырҙың даны, милләте үҙенән алда йөрөй. Уны бөтө донъя баһадирҙары араһында “башҡорт” тип беләләр, Башкортостандан тип уйлайҙар. “Василий Алексеев, Юрий Власов, Давид Ригерд, Солтан Рахманов - заманында штанга спортында еңеүселәр - доньяның иң көслө кешеләре булып һаналды. Хәҙер ысын көстө күрһәтеүҙең юлы – “Стронгстмен”. Штанга күтәреу өсөн көстән бигерәк күнекмә, теуәл техника талап ителә. Ә мин шөғөллөнгән спорт төрө традицион булмаған әйберҙәрҙе кутәреп ташлауга, йүгереүгә, тейәүгә, этеп-тартып йөрөтөүгә бәйле. Беҙҙең спорт снарядтары – бүрәнә, автомобиль покрышкаһы, таш, йөк машиналары, арба һәм башҡа ауыр көнкүреш әйберҙәре. Был спорт төрө Шотландияла барлыҡҡа килгән, азаҡ бөтә донъяныҡына әуерелгән. Беҙ уҙебеҙҙең башҡорт көрәшен дә шундай кимәлгә күтәрә алабыҙ», - ти Эльбрус батыр.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
"Киске Өфө” гәзитенән