Суворов ордены
Википедия – ирекле энциклопедия
Суворов ордены (урыҫса Орден Суворова) — Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында булдырылған совет ордены. Был орден менән, айырым хәрби алыштарҙы бик яҡшы ойошторғандары һәм алып барғандары өсөн, батальон командирынан алып унан юғарыраҡ хәрби етәкселәр бүләкләнгән. Орден өс дәрәжәлә булған.
- I дәрәжә — фронт һәм армия командующийҙары, уларҙың урынбаҫары, штаб башлыҡтары, оператив идаралыҡтарҙың һәм бүлексәләрҙең башлыҡтары, ғәскәр төрҙәренең башлыҡтары (тупсылар, һауа көстәре һәм башҡа) бүләкләнгән;
- II дәрәжә — корпус, дивизия и бригада командирҙары, уларҙың урынбаҫары, корпус, дивизия и бригада штаб башлыҡтары бүләкләнгән;
- III дәрәжә — полк, батальон командирҙары һәм полк штабы башлыҡтары бүләкләнгән.