Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены
Википедия – ирекле энциклопедия
Орден Трудового Красного Знамени |
---|
![]() Муаровая лента Ордена |
![]() |
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены, (урыҫса Орден Трудового Красного Знамени). Советтар Союзы ордены. Дәүләт һәм йәмғиәт алдында етештереү,фән , мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, дәүләт, ижтимағи һәм башҡа хеҙмәт эшмәкәрлеге өлкөһендә күрһәткән мөһим хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелгән.
Орден менән бүләкләнеүселәр:
- СССР граждандары;
- предприятиялар, берләшмәләр, ойошмалар, учреждениелар;
- союз һәм автоном республикалар, крайҙар, өлкөләр, автоном өлкәләр, автоном округтар, райондар, ҡалалар һәм башҡа торамалар;
- шулай уҡ сит ил граждандары, предприятиялары, ойошмалары, учреждениелары һәм торамалары бүләкләнә алған.