Ҡадиров Ғабдрахман
Википедия – ирекле энциклопедия
Ҡадиров Ғабдрахман Файзурахман улы. Спортсы, мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. 1941 йылдың 27 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Шатура ҡалаһында тыуған. Үлгән йылы 31.7.1993, ерләнгән урыны Өфө ҡалаһы.
Донъя чемпионы исемдәрен ул 1966 йылда – Мәскәү, 1968 йылда - Өфө, 1969 һәм 1971 йылдарҙа - Инцель (Германия), 1970 һәм 1974 йылдарҙа Несше (Швеция) ҡалаларында яулай.
Ғабдрахман Ҡадиров 1951 йылда Өфөгә күскәнгә тиклем Шатура ҡалаһында, Архангельск өлкәһе «Ҡыҙыл маяҡ» балыҡсылыҡ колхозында (1946 йылдан), артабан Туймазы районы Илсөмбөт ауылында (1947 йылдан), Белорет ҡалаһында (1948 йылдан) йәшәй. Ул Белореттың 8-се, Өфөнөң 7, 27, 23-сө мәктәптәрендә, аҙаҡ Өфө авиация техникумында, П. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтында белем ала. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында вафат була, әсәһе ғүмер буйы ташсы-төҙөүсе булып эшләй. Ғабдрахман Ҡадиров үҙен яҡшы тренер һөм ярыштар судьяһы итеп тә күрһәтә. Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса ул сит илдерҙә халыҡ-ара ярыштарҙа Башҡортостандан берҙән-бер судья булған. Ә алты тапҡыр донъя чемпионы исемен ер йөҙөндә унан башҡа бер генә спортсы ла яулай алмаған әле. Өфөлә уның исемен йөрөткән спортклуб бар, 1993 йылдан алып Ғ. Ҡадиров иҫтәлегенә бағышланған мотоуҙыштар үткәрелеп тора.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
Башҡортостан календары 2006 йыл.Автор: Йәмил Буранғолов.