Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы
Википедия – ирекле энциклопедия
Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы, 1930 йылдың 11 сентяберендә БАССР - ҙың Дыуан-Мәсетле районында тыуған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы). Бөгөнге көндә (2006 февраль) Мәсетле районының үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй. Мәғрифәтсе, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. БАССР - ҙың атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1965).
- 1952 йыл Мәсәғүт уҡытыусылар институтын тамамлаған;
- 1958 йыл Башҡорт дәүләт университетының тел факультетын тамамлаған;
- 1952 - 1955 йылдар Ейәнсура районының Байыш урта мәктәбендә урыҫ теле ҙәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
- 1955 - 1972 йылдар Мәсетле районының Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә урыҫ теле ҙәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
- 1972 - 1985 йылдар КПСС-тың Мәсетле район комитететы сәркәтибе;
- 1986 - 2005 йылдар Мәсетле районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе.
- 1971 йыл Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- 1948 йыл 1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында фиҙәкәр хеҙмәте өсөн миҙалы,
- 1970 йыл Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы миҙалы;
- 1984 йыл Хеҙмәт ветераны миҙалы менән бүләкләнгән.