Зәҡәт
Википедия – ирекле энциклопедия
Зәҡәт, мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе. Йылына бер тапҡыр һәр мөьмин мосолман мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына өлөш сығырырға – зәҡәт бирергә тейеш.
[үҙгәртергә] Зәҡәт бирелә торған мөлкәт
- Зәҡәт бирелә торған мөлкәт булып, әйләнештә йәки йыйынтыҡта булған мөлкәт кенә һанала. Уларға аҡса, мал-тыуар, һатыу итеү тауарҙары инә;
- Йорт-ҡаралты, эш ҡоролдары, һауыт-һаба, китаптар, һәм кешенең үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған башҡа мөлкәттән зәҡәт бирелмәй. Шулай уҡ баҫыуҙарҙан, бесәнлектәрҙән, урмандарҙан зәҡәт бирелмәй;
- Бурысы булған кешегә, бурысынан артҡан мөлкәтка генә зәҡәт биреү фарыз;
- Бурысҡа биргән кешегә, бурысын кире алыуға ышанысы булһа, был мөлкәттән зәҡәт биреү фарыз;
- Аҡса булып алтын, көмөш, зинәтле әйберҙәр, ҡағыҙ һәм тимер аҡсалар, аҡса көсөндә булған ҡиммәтле ҡағыҙҙар иҫәпләнә.
- Зәҡәт бирелә торған мал-тыуарға ҡуй, һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә, ат кеүек йорт хайуандары инә. Шул уҡ ваҡытта был малдар әйләнешкә йәки йыйынтыҡҡа ниәтләнген булырға тейеш. Йорт эшендә ҡулланылған малдан зәҡәт бирелмәй. Ишәк, болан, ҡыр кәзәһе кеүек малдан зәҡәт бирелмәй;
- Һатыу итеү өсөн тотолған мөлкәттең ниндәй икәненә ҡарамаҫтан зәҡәт бирелә.
[үҙгәртергә] Мөлкәттең зәҡәт өлөше
- Бер төр мөлкәттән зәҡәт биреү дөрөҫ булһын өсөн, был мөлкәттең иҫәп һаны тулы булырға тейеш. Иҫәп һаны тулы булмаған мөлкәттән зәҡәт бирелмәй;
- Зәҡәт бирелә торған мөлкәттең иҫәп һаны:
- алтын – 20 мыҫҡал;
- көмөш – 140 мыҫҡал;
- ҡуй, һарыҡ, кәзә – 40 баш;
- һыйыр - 30 баш;
- ат – 2 баш;
- һатыу итеү тауары көмөш иҫәбенә һалып иҫәпләнә.
- Иҫәп һаны тулы булған мөлкәттең ҡырыҡтан бер өлөше зәҡәт итеп бирелергә тейеш.
Яҙылып бөтмәгән
[үҙгәртергә] Зәҡәт бирелә торған кешеләр
Яҙылып бөтмәгән