Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы
Википедия – ирекле энциклопедия
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы, башҡорт яҙыусыһы. 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе Имел олоҫоноң (хәҙерге һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуа. 1954 йылдың 5 декаберендә Бөрө ҡалаһында ерләнгән. Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Буранғол һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора. Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: "Ырғыҙ" (1942-1952 йй.), "Айбикә" (1930), "Башаҡтар тулҡыны" (1932), "Ялҡынлы йылдар", "Һырға һабағы" (1935).
- 1920 йылдарҙа Һамар губернаһы Дынғыҙбай ауылында уҡытыусы булып эшләй.
- 1924-1925 йылдарҙа Педагогия институты рабфагында уҡый.
- 1932 йылда Редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институтында белем ала.
- 1934 йылда 1-се СССР яҙыусыларҙың съезында делегат булып ҡатнаша.
- 1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына кереп, уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай.
- 1936 йылда Минск ҡалаһында үткән яҙыусыларҙың 3-сө Пленумда ҡатнаша. Өфө ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш X Бөтөн Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана.
- 1937 йылдың 20 ноябрендә Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы тип ғәйепләп, ҡулға алалар һәм НКВД Айырым кәңәшмәһе тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм итәләр.
- 1937-1942 йылдарҙа Мордовия Темников лагерҙарында ултыра.
- 1954 йылдың 5 декабрендә - Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була.
- 1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға "Ырғыҙ" романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салават Юлаев исемендәге премияһы бирелде.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. Өфө, 2005.
- Башҡортостан: Краткая энциклопедия. - Уфа: Научное издательство "Башкирская энциклопедия", 1996.