Башҡорттар
Википедия – ирекле энциклопедия
Башҡорттар, Башҡортостан Республикаһының төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттарҙың тарихи йәшәйеш төбәктәре Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡорған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Татарстан республикаһында һәм Пермь крайында бар. Башҡорттарҙың Рәсәйҙә һан иҫәбе (2002) — 1673389 кеше, шул иҫәптән республикала — 1221302. Башҡорттарҙың раса составы бер генә төрле түгел, ерле вариациялар менән европеоид һәм монголоид типтарҙың ҡатнашмаһынан тора. Башҡорт теле Алтай ғәиләһе төрки төркөмөнең көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Күпселек башҡорттар урыҫ һәм татар телдәрен яҡшы белә. Дингә ышанған башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Башҡорттарҙың һан иҫәбе
Рәсәй Империяһының беренсе бөтә халыҡ иҫәбен алыу (1897) ваҡытында милләт тураһында һорау бирелмәгән. Шул уҡ ваҡытта тыуған тел һәм ниндәй дингә ышаныуҙары тураһындағы һорауға яуаптар буйынса теге йәки был милләттең һан иҫәбен билдәләп була. 1897 йылда Рәсәйҙә 1 321 363 кеше тыуған телен башҡорт теле тип атаған. Башҡорттарҙың 99,2% Өфө (899910), Ырымбур (254561), Пермь (85395), Һамар (57242), Вятка (13909) губернияларында йәшәгән.
1926 | 1939 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | |
---|---|---|---|---|---|---|---|
СССР | - | 843 648 | 989 040 | 1 239 681 | 1 371 452 | 1 449 157 | - |
Рәсәй (РСФСР) | 712 366 | 824 679 | 953 801 | 1 180 913 | 1 290 994 | 1 345 273 | 1 673 389 |
Башҡортостан (БАССР) | 625 845 | 671 188 | 737 711 | 892 248 | 935 880 | 863 808 | 1 221 302 |
Бөтә донъяла башҡорттар һанын теүәл генә билдәләүе бик ауыр. Әммә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа донъяла башҡорттар 1 миллион 800 кеше тигән фаразлауҙар бар. Әйтәйек -- Википедияның инглиз бүлегендә
[үҙгәртергә] Этногенез
Башҡорттарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында төрле ғилми ҡараштар бар.
- Төрки — В.М.Флоренский, П.С.Назаров, С. И. Руденко, Р. Ғ. Кузеев, В.Вильяминов-Зернов, В.Н.Витевский, Д.Н.Соколов, һәм башҡалар;
- Финн-уғыр — Страленберг Филипп-Иоганн, В.Н. Татищев, Н.М. Карамзин, С.А.Токарев, Д.А.Хвольсон, И. Н. Березин, К. Уйфальфи, М.И. Өмөтбаев, В. Ф. Филоненко, Н.П. Шастина һәм башҡалар;
- Иран — С.Галлямов;
- Ҡатнаш — А. Шлецер, А. Плюшар, А. Кастрен, Н. Аристов, А. Дмитриев, С.А. Токарев һәм башҡалар.
[үҙгәртергә] Башҡорт этнонимы
[үҙгәртергә] Башҡорт ырыуҙары
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
- Башкирская энциклопедия. в 7 т./ Гл. редактор М.А. Ильгамов Б33 Т.1:А—Б. Уфа: Башкирская Энциклопедия, 2005.
- Янгузин Р.З. Происхождение башкирского народа. Учебное пособие. Уфа, 2003.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Статья «Башкиры» из краткой энциклопедии Башкортостана
- Статья «Башкиры» из энциклопедического словаря Брокгауза и Ефрона (том 3, С.-Петербург, 1891, стр.225-240).
- Статья «Башкиры» из библиотеки www.cultinfo.ru
- История башкирского народа в преданиях и легендах
- РАИЛЬ ГУМЕРОВИЧ КУЗЕЕВ. ПРОИСХОЖДЕНИЕ БАШКИРСКОГО НАРОДА. ЭТНИЧЕСКИЙ СОСТАВ, ИСТОРИЯ РАССЕЛЕНИЯ
- Этногенез башкир. Рим Янгузин доктор исторических наук
- Игорь КУЧУМОВ КРЮЧЬЯ ПОД РЕБРО ИСТОРИИ
- Сайт Салавата Галлямова, основоположника теории иранского происхождения башкирского народа
ЯҘЫЛЫП БӨТМӘГӘН !!!