Википедия – ирекле энциклопедия
Ләмәҙ-Тамаҡ ауылы Башҡортостан республикаһы Мәсетле районы Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл советына ҡарай. Атамаһы йылға исеменән. Ләмәҙ йылғаһы Әй йылғаһына ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Координаталары 58°16` көнсығыш оҙонлоҡта һәм 55°50` төнъяҡ киңлектә. Район үҙәге Оло Устьикин ауылынан 15 км. Тимер юл станциялары Сулея (Силәбе өлкәһе) 111 км., Красноуфим (Сведловск өлкәһе) 91 км. алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан республикаһының башҡалаһы Өфөгә 267 км. Мәсәғүт—Әчит автомобиль юлы үтә. 1932—1935 йылдарҙа Мәсетле районы үҙәге. Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл советы һәм Нуриманов исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы үҙәге. Ауыл мәҙәниәт йорто, ҡитапхана, почта бүлексәһе, фельдшерлыҡ пункты, өс һатыу итеү йорто бар. Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбе һәм бапапар баҡсаһы Ҡотош ауылында урынлышҡан.
Ауылға нигеҙ һалыусылар Әйле ырыуының Ҡошсо ҡәбиләһенә ҡараған башҡорттар. XVIII быуаттың урталарында барлыҡҡа килгән ауыл булырға тейеш. Хажимөхәмәт мулла нәҫелдәре һөйләүенсә ауыл мәсете 1740 йылда күсереп килтерелгән. 1735 —1740 йылдарҙағы башҡорт болаһы баҫтырылғандан һуң ауылдар яндырылған, халҡы икенсе ергә ҡыуып ебәрелгән. Һөйләүҙәре буйынса беҙҙең ата-бабалар Яраҫтау ауылынан күсеп килгәндәр. Ошолай уҡ Мәләкәҫ ауылынан күсеп килгәндәр тигән фекерҙә бар. Сөнки ике ауылдала Мәтәй, Туғыҙ аймаҡтары бар. Ауылда тағын Аҡай аймағы бар. Тәүбашлап ауыл хәҙерге урындан 3 км йылға үрендәрәк урынлашҡан булған. Хәҙерге ваҡытта Мәсеғүт — Әчит автомобиль юлы ошо урындан үтә. Йылға аша күперҙең һул яғы. Аыул беренсе тапҡыр хөкөмәт тарафынын 1795 йылда теркәлгән. XIX быуат һуңында ауылда 2 мәсет, мәҙрәсә, баҙар, Ләмәҙ йылғаһында һыу тирмәне, Әй йылғаһы аша борам булған.
1796 й. |
Ҡошсо улусы |
Троицк өйәҙе |
Ырымбур губернаһы |
1798 |
Оло Ҡошсо улусы 8-се башҡорт кантоны |
Өфө өйәҙе |
Ырымбур губернаһы |
1816 |
8-се башҡорт кантоны |
Өфө өйәҙе |
Ырымбур губернаһы |
1873 |
Оло Ҡошсо улусы |
Залтаус өйәҙе |
Өфө губернаһы |
1917 |
Оло Ҡошсо улусы |
Залтаус өйәҙе |
Өфө губернаһы |
1919 |
|
Дыуан-Ҡошсо кантоны |
Башреспублика |
1922 |
Дыуан-Мәсетле улусы |
Мәсәғүт кантоны |
Башреспублика |
1930 |
Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл советы |
Дыуан-Мәсетле районы |
БАССР |
1932 |
Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл советы |
Мәсетле районы |
БАССР |
1992 |
Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл советы |
Мәсетле районы |
Башҡортостан Республикаһы |
Халыҡ һаны тураһында теүәл мәғлүмәттәр 1795 йылдан, 5 се ревизиянан, башлап бар.
5 — 10 ревизия буйынса халыҡ һаны. (йән)
1795 |
1816 |
1834 |
1850 |
1859 |
1865 |
194 |
187 |
226 |
293 |
336 |
373 |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
1897 |
1920 |
1939 |
1959 |
1970 |
1979 |
1989 |
2002 |
676 |
867 |
767 |
716 |
759 |
610 |
519 |
522 |
- Кузеев Р.Г. Очерки исторической этнографии Башкир.ч.1. Уфа,1957.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 2000.
- Давлетбаев Б.С. Твое шежере. ч.2. Большеустьикинское, 1997.