Теләш (ауыл)
Википедия – ирекле энциклопедия
Теләш, Башҡортостан республикаһы Мәсетле районы Ростов ауыл советына ҡараған ауыл. Ростов ауыл советы үҙәге. Боронғо исеме Өпәй. Һоя йылғаһы буйында урынлашҡан. Район үҙәге Оло Устьикин ауылынан 30 км алыҫлыҡта. Ауылға нигеҙ һалыусылар өпәй ҡәбиләһенә ҡараған башҡорттар. Ниндәй йылда нигеҙ һалыныуы билдәһеҙ. Тәүге тапҡыр хөкөмәт тарафынан 1795 йылда иҫәпкә алынған.