Wikipedia:Хәкимдәр
Википедия – ирекле энциклопедия
Википедиялағы хәким -- ҡатнашыусылар тарафынан һайланып, бей тарафынан тәғәйенләнеп, үҙенә өҫтәмә бурыстар алған ҡатнашыусы.
- Биттәрҙе юйыу.
- Юйылған биттәрҙе кире ҡайтарыу.
- Биттәрҙе үҙгәртеүҙәрҙән һаҡлау өсөн уларҙы ябып ҡуйыу. Был сара мәҫәлән, бәхәсле мәҡәләләргә ҡағылышлы; был ваҡыт эсендә ике яҡ та уртаҡ фекергә килергә тейеш. Йәки вәхшилекте туҡтатыу өсөн дә был сара ҡулланыла.
- MediaWiki исемдәре арауығын мөхәрирләү.
- Вәхшилек менән шөғөлләнгән ҡулланыусыларҙы ябып ҡуйыу.
Википедия эшмәкәрлегендә хәкимдәрҙең башҡаларҙан өҫтөнлөге юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала. Үҙ фекерен башҡаларға көсләп таға алмай.
Хәкимлек хоҡуҡтарын Википедияның башҡорт теле бүлегендәге бейҙәр бирә ала.
Башҡорт телендәге бүлектә хәкимдәр:
- 1. Untifler -- әүҙем түгел.
- 2. Рөстәм Нурыев 2006 йылдың 26 ғинуарынан. Туған теле - башҡорт теле. Әүҙем.
- 3. Haqmar 2006 йылдың 8 сентябренән. Туған теле - башҡорт теле. Әүҙем.
Хәкимдәргә мөрәжәғәт итеү урыны.