Башҡорт теле
Википедия – ирекле энциклопедия
Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле. Төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-булғар төркөмсәһенә ҡарай. Морфологик тибы буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә. Башҡорт һөйләү теле өс диалекттан тора: көнсығыш, көнъяҡ һәм көнбайыш. Башҡорт әлифбәһе урыҫ алфавитына нигеҙләнеп төҙөлгән.