Гомер
Википедия – ирекле энциклопедия
Гомер ( Ὅμηρος) (йәшәгән заманы — б.э.т. XII быуат һәм б.э.т. VII быуат араһы) — легендар Боронғо Греция сәсәне. «Илиада» һәм «Одиссея» эпик поэмаларын ижад итеүсе булып иҫәпләнә. Легенда буйынса ул һуҡыр булған.
Ете ҡала уның тыуған ҡалаһы исеменә дәғүә иткән: Смирна, Хиос, Колофон, Саламин, Родос, Аргос, Афины.
Боронғо Грецияла сәсәндәр (рапсодтар) башҡарған эпостарҙың ҙур ғына өлөшөн Гомер ижад иткән тип иҫәпләнгән. Һуңғараҡ антик әҙәби тәнҡит, «Илиада» һәм «Одиссея» тигән ике эпик поэманы, шулай уҡ бер нисә вағыраҡ әҫәрҙе («Гомер гимндары», «Маргит» комик поэмаһы һ.б.) ысынлап та Гомер ижад иткән тип таныған.